Эвересты яулаған Өфө блогеры Рөстәм Нәбиев «Китап» нәшриәтенең күргәҙмә һәм конференциялар залында ваҡытлы матбуғат журналистары менән осрашты.
Башҡортостандың йәмәғәт эшмәкәре һәм блогеры Рөстәм Нәбиев, 2015 йылда Омскийҙа казарма емерелеү сәбәпле 7 сәғәт емереклектәр араһында ята. Иң һуңғы уны табалар һәм аяҡтарына ампутация эшләргә тура килә. , Әммә, ул төшөнкөлөккә бирелмәй тормошонда юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәй һәм параальпинизм менән шөғөлләнә башлай. 2020 йылда Ул Эльбрусты яулай, ә май айында Эверест түбәһенә барып етә. Ошо көндәрҙә республика башлығы Радий Фәрит улы йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Рөстәм Илгиз улына Миңлеғәле Шайморатов миҙалын тапшырҙы. Тауҙарға менеүгә нимә рухландыра һәм әйҙәп тора тигән һорауға -
- Мин был тормошта үҙемдән һуң йәшәрлек һәм балаларым ғорурланырлыҡ эштәр ҡалдырғым килә. Башҡа кешеләр тотонмаған маҡсаттарҙы атҡарып сығарып ҡарағым килә. Тауҙарға менер өсөн дә алдан физик күнекмәләр һәм мораль яҡтан үҙемде һәм ғаиләмде әҙерләйем. Ҡыҙҙарымды Торатауға мендерҙем. Улар ҙа, үҙ күҙҙәре менән тауҙарға нисек менергә, ҡуйған маҡсаттарға нисек ирешергә кәрәк икәнен аңлап,тойоп үҫәләр. Юғары нөктәләргә менеп етеү генә тәү бурыс түгел әлбиттә, төшөргә лә көс ҡалдырырға кәрәк. Сөнки, альпенистарҙың күберһе кире төшкәндә үлеп ҡала. Тимәк, һәр бер ҡуйған маҡсатҡа барып етеү менән бер рәттә шул маҡсатҡа ирешкәс артабан нисек йәшәргә тигәнде лә уйлап эш итеү урынлы - ти Рөстәм Илгиз улы.
Бала сағынан тормош һынауҙарын үткән Рөстәм Нәбиев үҙе кеүек аяҡһыҙ ҡалған аугирҙәргә лә психологик яҡтан ярҙам итеү юлдарын эҙләй.
- Башымдан үткәс шуны беләм, госпитәлдән госпитәлгә йөрөү ҡайһы саҡта өмөттө һүндерә, башта күңелһеҙ уйҙар тыуа. Тормоштоң ысынбарлығы - ҡапыл инвалид булып ҡалыу төрлө кешелә төрлөсә эҙ ҡалдыра. Госпитәлдә психологтар бар әлбиттә, тик уларҙың да төрлөһө була. Шуға яугирҙәребеҙ эргәһенә барып улар менән аралашҡанда минең ярҙамым тейеүе бар тип ышанып аралашам. Сөнки кеше үҙенең янында уның кеүек хәлде кисереп,тормошта үҙен тапҡан кешене күрһә уға хыялдарына ышаныуы еңелерәк буласаҡ. Мин уларҙы аңлайым һәм үрнәк була алыуым бар- тип өмөтләнә йәмәғәт эшмәкәре.
Һәр континенттың ете иң юғары нөктәһе бар. Рөстәм Нәбиев әлегә шулаҙың дүртеһендә булған. Киләсәктә башҡаларына ла менеп етең мөмкинселеге булыр бәлки тип уйлай ул. Шулай уҡ космосҡа ла осоуы тураһында ла былай ти:
- «Роскосмос» менән бәйләнеш булдырылды. Әгәр турист булараҡ түгел, ә космонавт булараҡ осоу бәхете тейһә мин әлбиттә шат булыр инем. Тик, организмдың үҙен нисек тотоуы тураһында ла уйлар кәрәк.
Республикабыҙҙың ғорурлығы Рәстәм Нәбиевҡа киләһе бейеклектәрен еүеп сығырға көс һәм стимул, изге эштәрендә уңыштар теләп ҡалабыҙ.
| # | Наименование новости | Тональность | Информативность | Дата публикации |
|---|---|---|---|---|
| 1 | Рустам Набиев встретился с журналистами | 0 | 5 | 07-07-2026 |
| 2 | Рустам Набиев встретился с журналистами | 0 | 5 | 07-07-2026 |
| 3 | Рустам Набиев встретился с журналистами | 0 | 5 | 07-07-2026 |
| 4 | Рустам Набиев встретился с журналистами | 0 | 5 | 07-07-2026 |
| 5 | Рустам Набиев встретился с журналистами | 0 | 5 | 07-07-2026 |
| 6 | Рустам Набиев встретился с журналистами | 0 | 5 | 07-07-2026 |
| 7 | Аҩӡба еиҭеиҳәеит Аҳ Қьалышьбеи Чачба игәалашәара анаунагӡатәразы иҟаҵатәу ауснагӡатәқәа | 0 | 5 | 19-05-2026 |
| 8 | Габелаиа еиҭеиҳәеит Аџьынџьтәылатә еибашьраҿы Аԥсны алагала | 0 | 5 | 09-05-2026 |
| 9 | Ҳагба Нхыҵи Аахыҵи Уаԥстәыла реидыларазы игәаанагара дазааҭгылеит | 0 | 5 | 24-06-2026 |