БҮРЕЛӘР ҺӘМ ҺУНАРСЫ
(Дауамы - 3)
+++++++++++++++++
Уйҙар тулҡынына күмелеп тора торғас һунарсының башында ғүмере мейегә килмәгән һәм инмәгән бер уй яралды. “Әллә бүре балаһын алып ҡайтып, үҫтереп, һунар эте итеп тәрбиәләп ҡарарғамы? Тик килеп сығырмы икән ул эш? Шулай ҙы бер тырышып ҡарарға кәрәк ине”.
Урам ҡапҡаһынан инеп килгән ҡатыны һунарсының уйҙарын бүлдерҙе.
- Ҡасан торҙоң, атаһы? Берәүһе инеп уяттымы әллә - тип һораны Гөлниса.
- Үҙем уяндым, яңы ғына торҙом, - тип яуап бирҙе Йәноҙаҡ - Әллә һыйырҙы һауып бөтөп ҡыуып килә ятаһыңмы?
- Эйе.
- Нишләп мине уятманың, үҙем ҡыуыр инем әле! Һыйырҙы ҡыуыу минең елкәлә бит. Тағы аяҡ-ҡулға гимнастика, хәрәкәттә - бәрәкәт, тип бушҡа әйтмәйҙәрҙер әле.
- Һаташа-һаташа йоҡланың бөгөн, шуға күрә тағы бер аҙ ятып торһон, тип уйлағайным, шуға уятманым, - тип яуапланы Гөлнисаһы.
- Икенесе улай итмә! Мотлаҡ уят! - Йәноҙаҡ һәм бер аҙ уйланып торғандан һуң былай тип өҫтәне:
- Гөлниса! Бөгөн ял көнө, урманға сығып әйләнәйем әле. Бер-нисә йомортҡа бешереп әҙерләп ҡуй, ярты икмәк, бер аҙ май һәм тоҙ әҙерләп ҡапсыҡҡа һал әле!
- Атаҡ! Атаҡ! Яҙ көнө урманда нимә ҡарайһың? Һунар ваҡыты түгел бит!
- Мин һунарға сығырға йыйынмайым әле. Аҡтауҙа бер бүре ояһы бар. Йыл да шуларҙы ҡарап ҡайтырға ғәҙәтләнгәнмен. Быйыл ҡараған юҡ, балалары бармы икән, булһа - тышҡа сығарға эшкингәндәрме икән - бына шуны белге килә.
- Уларҙы еүеш ергә ятып күҙәтәтергә уйлайһыңмы ул? Һыуыҡ тейҙереп тәгәрәп китһәң - үҙеңә насар булыр. Түшәргә берәй нәмә алырға онотма!
- Юҡ, һыуыҡ теймәҫ! Ағас башына менәм дә һуғыш ваҡытындағы кеүек оҙаҡ ҡына ваҡыт ҡарап тик ултырасаҡмын. Ултырырға урын әҙерләп ҡуйғанмын мин унда. Шунан бөтәһе лә күренеп тора торғайны.
- Фотоаппаратыңды алаһыңмы?
- Был юлы алмайым. Бынан алда бүреләрҙең ҡыҙыҡтарын күп төшөрҙөм инде. Етеп торор! Тик бүреләрҙең фотоһүрәттәре йыйылған альбом саңланып тик ята, берәүгә лә кәрәкмәй булып сыҡты.
- Бүреләрҙе һинән башҡа кешеләр ярата тип уйлайһыңмы әллә? Әҙәм балалары өсөн бүреләр тик йыртҡыс кейек кенә бит. Ә һин фотоаппаратыңды ал! Берәй ҡыҙыҡ хәл төшөрөп алып ҡайтырһың! Мин ҡарамын, балалар, ейәндәр ҡарар.
- Эйе шул. Ярай, булмаһа, аппаратты алайым әле, бәлки, кәрәге тейер.
Алды Йәноҙаҡ “ФЭД” фотоаппаратын, кәрәкмәһә лә мылтығын арҡаһына таҡты һәм аҙыҡ-түлек һалынған ҡапсығын тотоп урманға ҡарай атланы.
Юлда барғанда ошо матур көнгә кинәнде ул. Бына ҡайҙа ул ожмах! Әгәр теге донъяла ожмах булһа - тап ошолай булырға тейеш! Үҙенең атеист икәнен иҫенә төшөрөп көлөп ебәрҙе.Башын күтәреп күккә ҡарап алды һәм артабан тағы уйҙар тулҡынына бирелде. Эйе, был донъяның осо-ҡырыйы юҡ. Һин атеисты-юҡмы барыбер ҡасандыр был донъяны ниндәйҙер бер көс яратҡан бит инде. Тик ул көстө әҙәм балалары төрлөсә атай: Тәңре, Аллаһ, Йыһан, Ғәләм, Донъя, Күк йөҙө, Космос, Бог, Вселенная, Мироздание - тағы әллә-ниндәй исемдәре бар. Нишләп ғалимдарға үҙ ара һөйләшеп шуларҙы бер исем менән генә атамаҫҡа? Мәҫәлән, “Юғары Көс” тип. Юғары көс уның уйынса төрлө газ ҡушымталарынан торған, мейе ролен үтәгән, ләкин кәүҙәһе булмаған бер илаһи әйбер булырға тейеш. Бәлки, бөтә ғәләм, мәҫәлән, йондоҙҙар, Ер, Ҡояш шуның эсендә урынлашып йәшәйҙәрҙер, тыуаларҙыр һәм үләләрҙер! Тьфү! Баш етмәҫлек яҡҡа нишләп төшөп китте әле ул? Барыбер был донъяның серен берәү ҙә белеп бөтә алмаясаҡ һәм Юғары Көстө лә күрә алмаясаҡ - бына ошоноһон ул бик яҡшы аңлай...
Көн ялтырап тора, еңелтә генә иҫкән ел битте һыйпай, ошондай һил ваҡыттарҙа әллә-ниндәй уйҙарға төшөп китәһең, үткәндәрҙе барларға тотонаһың. Бына ошондай яҙ көнө һуғышҡа алынып киткәйне ул, шул мәл нишләптер асыҡ булып иҫкә килеп төштө, әйтерһең кисә генә булып үткән хәл-ваҡиға.
1942 йыл. Май айы.
Бына ғына 18 йәше тулып үтте Йәноҙаҡтың. Колхозда эшләп йөрөй ине әле ул саҡта, бер көнө повестка килтереп тотторҙолар. Китте райүҙәккә, унда килгәндәрҙе бергә йыйып, йөҙҙән ашыу призывниктарҙан торған төркөм ойошторҙолар һәм йәйәүләтеп Магнитҡа ҡарай алып киттеләр. Юлға өс көн китте. Артабанғы “сәфәр” вагондар эсендә үтте. Ниһәйәт, Мәскәүҙән әллә ни алыҫ булмаған, башҡаланың көнъяғында урынлашҡан Тамбов өлкәһенә килеп туҡтанылар. Бында яңы частар төҙөү пункттары урынлашҡан икән. “Һеҙ икенсе гвардия армияһы составына керетелдегеҙ”, - тип аңғарттылар һәм казармаларға бүлеп, тәғәйен карауаттарҙы күрһәттеләр. Беренсе көндән үк һуғыш уйындары башланып китте, көн-төн тигәндәй фронт тәртиптәренә, төрлө көрәш ысулдарына өйрәтә башланылар. Немец тәжрибәле һәм оҫта һуғышсы, ә һеҙ унан да оҫтараҡ булырға тейешһегеҙ. Әгәр шуны онотһағыҙ - башһыҙ ҡаласаҡһығыҙ, ә тыуған илде һаҡлау өсөн тере яугирҙәр кәрәк, тип ҡат-ҡат туҡынылар. Шуныһы учебкала оҡшаны уға: немец һәм совет автоматтарынан атып ҡарау йыш ҡабатланды, патрондарҙы йәлләмәнеләр. Беҙҙең автоматтар барыбер уңайлыраҡ, ябайыраҡ, шәберәк конструкциялы тойолдо буласаҡ яугиргә. Ләкин уйламағанда автомат урынына мылтыҡ тоторға, шуның менән һуғыш алып барырға тура килде. “Кеше күҙаллай, ә Алаһы Тәғәлә үҙе теләгәнсә урынлаштыра”, тигән мәҡәл ошо хәлгә тап килеп тора түгелме әле? Шулай шул, тап килә.
Аҙна үттеме-юҡмы сираттағы теҙелешеп торған ваҡытта полк командиры строй алдына килеп баҫты, рапорт ҡабул итеп алғандан һуң һалдаттарға һорау менән мөрәжәғәт итте:
- Кто из вас на гражданке занимался охотой? Кто метко стреляет из ружья? Шаг вперед.
Бер-нисә кеше ыңғайына Йәноҙаҡ та бер аҙым атлап, алғараҡ сығып баҫты. Күңеле һиҙҙе: башҡаларҙан айырып алыуҙары бушҡа түгел. Алға сығып баҫҡандарҙы штабҡа йыйып былай тип аңлаттылар: “Һеҙ - буласаҡ снайерҙар. Ошо һөнәргә өйрәтеү өсөн Мәскәү аҫтындағы “Н” пунктына ебәрәбеҙ”.
Шулай иттеләр ҙә. Тәғәйен урын Мәскәү аҫтындағы урмандарҙың эсендә урынлашҡан икән. Уҡыу менән практика алмашлап бара. Курс өс айлыҡ. Автомат урынына бында снайперҙарға СВД мылтығын тотторҙолар һәм шунан атырға өйрәтә башланылар. Мылтыҡтың тулы исеме былай: “Снайперсая винтовка Драгунова с оптическим прицелом ПСО-1”. Оптик прицелында крест формаһындағы арҡыс-торҡос торған ике һыҙығы бар, дүрт тапҡыр ҙурайта икән оптикаһы, уныһы ла ярай. Шәп мылтыҡ, яҡындағы сәп булһа - пуляны уның маңлай уртаһына ғына ултырта. Әгәр атыу аралығын, пуля траекторияһын дөрөҫ билдәләһәң - дошман һинеке. Мәҫәлән, 600 м алыҫлыҡтағы сәпкә атҡанда пуля 63 см аҫҡараҡ эләгә. Тимәк көбәкте тапҡырлап шул тиклем күтәрә белергә кәрәк. Көбәкте күтәрмәһәң маңлайға төбәлгән пуля кендектең өҫ яғында булған ергә барып ултырасаҡ. Артабан һанап сығарыуы ҡыйын түгел: биш йөҙ метр алыҫлыҡҡа пуля - 52,5 см-ға, 400 метр араға - 40,5 см-ға, 300 метр аралыҡҡа 32,5 см “яңылышып” аҫҡараҡ эләгә. Шуға күрә көбәкте күтәргәндә аралыҡ алыҫлығын күҙ менән генә үлсәп, яҡшы белергә кәрәк. Ҡыҫҡаһы, шәп ҡорал, тик күҙ үткерлеген һәм һиҙгерлекте үҫтереү - иң мөһиме. Снайперға шунһыҙ булмай. Тағы һәр соҡорҙо, һәр һөҙәкте, һәр емерелгән бинаны дөрөҫ ҡулланып йәшенә белергә һәм оҙаҡ ҡына ваҡыт ҡыбырламай ятырға өйрәнергә кәрәк. Ә бындай һәләттәр Йәноҙаҡта электән бар. Әйткәндәй, снайперҙарҙың бик күп өлөшө нацмендарҙан (национальное меньшенство) тора. Төркөмдә ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, ханти-мансиҙар, яҡуттар күп, урыҫ, белорус, украиндар ҙа етерлек. Был исемлекте Себер яғында йәшәп бында килгән башҡа төрлө халыҡтар тулыландырҙы.
Сталинград һуғышы башланып китеү менән өс айлыҡ курсты ай ярым итеп ҡыҫҡартып, бер төркөм снайперҙарҙы шунда ташланылар. Шуныһы ҡыуаныслы булды: ошоға тиклем атып өйрәнгән, үҙеңдеке тип һанаған Драгунов винтовкаһын учебканан сыҡҡанда ҡулға тоттороп ебәрҙеләр. Һәр кеше үҙ мылтығына өйрәнеп өлгөрә бит. Бөтә мылтыҡтар ҙа шәп, төҙ ата, ләкин үҙеңдеке - үҙеңдеке инде, тора-бара йәнһеҙ дуҫҡа әйләнеп китә ул.
Төрлө-төрлө мәхшәрҙе күп күрҙе ул бында. Ике яҡтан да юғалтыуҙар иҫәпһеҙ-һанһыҙ булды. Беҙҙекеләр булған көс менән йән тәслим оборона тоттолар, сигенмәнеләр, ҡаланы бирмәнеләр. Тап ошо осорҙа “Ни шагу назад”, тип аталған Дәүләт Оборона Комитетының 227-се номерлы бойороғо сыҡты, уны ҡат-ҡат уҡып ишеттерҙеләр, аңлаттылар. Ҡаты йөкмәткеле ине был приказ: кем дә кем командирының приказын үтәмәй - трибунал ҡарамағына ебәрелә, хәрби судтың ҡарары бик ҡыҫҡаҡ: йә - штрафбатҡа ебәрә, йә - атыуға хөкөм итә, өсөнсө юлы юҡ. Дошман бөтә көсөн йыйып Волгаға ынтылғанда, тап ошондай ҡаты бойороҡ бик кәрәк ине. Ошо бойороҡтан һуң фронт һыҙығынан төптәрәк “заградотрядтар” тип аталған төркөмдәр барлыҡҡа килде. Билдәле, улар сигенеүселәр булһа тотҡарланылар, тәғәйен урынына кире ҡыуҙылар. Бәлки, бойороҡ, бәлки, тотҡарлаусы отрядтарҙың артта булыуҙары тәъҫир иткәндер, нисек кенә булмаһын сигенеүҙәр, фронт һыҙығын ташлап ҡасыуҙар бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Заградотрядтарҙың артҡы һыҙыҡта урынлашыуы ҡаланы обороналап ятҡан ҡайһы бер һалдаттарға оҡшамай ине, “ике ут уртаһында ҡалдыҡ”, тип һөйләнеүселәр табылды. Ләкин, ҡайһылай итәһең инде? Командование шундай ҡарар ҡабул иткән икән, тимәк - шулай кәрәк!
(Дауамы бар)
| # | Наименование новости | Тональность | Информативность | Дата публикации |
|---|---|---|---|---|
| 1 | Тәндәге знактар. Ҡолаҡтан өҫтә сикә сәнсһә, бараһы ергә бармаһағыҙ ҙа ... | 0 | 6 | 18-07-2026 |
| 2 | 90 чылдарда ЧЕЛНОКИ шокар сумкаларлыг, хепти кыдаттан, киргизиядан, турциядан ажырып ... | -5 | 3 | 08-07-2026 |
| 3 | 90 чылдарда ЧЕЛНОКИ шокар сумкаларлыг, хепти кыдаттан, киргизиядан, турциядан ажырып ... | -3 | 4 | 12-07-2026 |
| 4 | Тыа хаһаайыстыбатын эйгэтигэр эппиэттээх күннэр | 0 | 5 | 12-07-2026 |
| 5 | 🤒 Например 7,5 миллиард рождались и сразу гцин пищера и ... | -9 | 1 | 14-07-2026 |
| 6 | 🌎🌾🌾🌾🌾💛ИДЕТ ПЕРЕХОД ПЛАНЕТЫ ЗЕМЛЯ.. ВСЕ СИЛЫ СВЕТА ЗАДЕЙСТВОВАНЫ..ВСЕ В ТАКОМ ... | 10 | 2 | 11-07-2026 |
| 7 | 🤒 (((((Луна днём и ночю тотже час👈и целиком светит и ... | -5 | 2 | 09-07-2026 |
| 8 | ПЛЯЖНАЯ ПЕППА СКОЛЬКО БЫ ТЫ НЕ ХЕЙТИЛА МОЮ ДЕВОЧКУ МЫ ... | -5 | 3 | 14-07-2026 |
| 9 | 🥰АЗ ЕСМЬ! ПРИСУТСТВИЕМ ВО ВСЕМ - ТЕБЯ Я ОЩУЩАЮ.. ТАКОЕ ... | 9 | 3 | 07-07-2026 |